«Изгелек даирәһе» федераль фонды ярҙамында быйыл Башҡортостан малай-ҡыҙҙарға 85 ҡап «Спинраза» препараты бүленде. Программа буйынса 10 баланың сәләмәтлеген нығытылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
16 йәшлек Айгөл Ибраһимова коляскала ултырһа ла уның ижади һәләттәре, уҡыуға тырышлығы сикһеҙ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡыҙ уңайлы мөхит программаларын ойоштороу буйынса ирекмән булараҡ танылған. Арҡа мускулдары атрофияһы менән ауырыусы үҫмер ҡулынан килгән тиклем башҡа малай-ҡыҙҙарға ла ярҙам итергә тырыша.
Хәүефле диагноз ҡыҙға ике йәшендә ҡуйылған. Ул ваҡытта сирҙе дауалау препараттары булмаған, тик сәләмәтлекте нығытыу терапияһы ғына ойошторолған.
Хәҙер арҡа мускулы атрофияһын дауалау өсөн ҡаралған препаратты бушлай алырға мөмкин. Рәсәй президенты указына ярашлы, ауыр сирҙәргә ҡаршы көрәшеүсе балаларға ярҙам итеү өсөн фонд ойошторолдо. «Изгелек даирәһе» проекты сиктәрендә рсепубликала йәшәүсе малай-ҡыҙҙар өсөн 85 ҡап «Спинраза» препараты бүленде.
«Изгелек даирәһе» фондының ярҙам исемлегенә 44 патология индерелгән. Башҡортостанда йәшәүсе малай-ҡыҙҙар араһында нәҫел сирҙәренең 10-һы барлығы билдәләнгән. Яҡын көндәрҙә патологиялар исемлеген арттырыу күҙаллана, тимәк ҡотҡарылған кескәй ғүмерҙәр артасаҡ тигән өмөт тыуа.
Флорида Ким







