Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Ҡаһиров ҡулға алынған

Бөгөн Өфөнөң Киров районы суды баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Ҡаһировтың иркен сикләү тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. Тәфтиш комитеты идаралығы материалдары буйынса ул ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Рәсүл Ҡаһиров Октябрь районы хакимиәтендә сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм дөйөм туҡланыу өлкәһе өсөн яуаплы булды. Хакимиәт башлығы урынбаҫары урындағы эшҡыуарҙарҙың береһе ришүәт биргән мәлдә, тамғаланған аҡсалар менән ҡулға алынған. Уның эш бүлмәһендә шулай уҡ тентеү үткәрелгән. Ҡарар тәфтиш материалдарын тикшереү осорона, йәғни әлегә - ике айға ғәмәлдә ҡала.

Фото №1 - Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Ҡаһиров ҡулға алынған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ