Унда олимпиада, ғилми-ғәмәли конферецияларҙа еңеүсе 100-ҙән ашыу бала һәм уларҙың остаздары ҡатнашты.
Һуңғы йылдарҙа республика уҡыусылары өсөн олимпиада хәрәкәте үҫешә. Мәҫәлән, быйыл Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының тәүге этабында 500 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. «Башҡортостан өмөтө « форумының төп маҡсаты - төрлө конкурстарҙа урын алған малай-ҡыҙҙарҙы бүләкләү һәм уларҙы яңы еңеүҙәргә дәртләндереү.
Ирхан Хисаметдинов «Башҡортостан өмөтө» форумында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла белем алған уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып еңеү яулай. Шулай уҡ Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған «Тел серҙәре» интеллектуаль викторинаһында урын алған.
Әлфинә Килдейәрова




