«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамблдең художество етәксеһе, хореограф Фая Гәрәева иҫтәлегенә ҙур тамаша ойошторҙо.
Бейеү һөйөүселәргә Фая Сәхип ҡыҙының «Ҡыр ҡаҙҙары» исемле хореография постановкаһы тәҡдим ителде. Тамашасылар «Ғәскәровсылар»ҙың башҡорт хореографияһының легендаһы булған «Ете ҡыҙ»ҙы, донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә яратып ҡараны.
Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәева 1931 йылдың 31 авгусында Дюртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауылында тыуған. Бөтә ғүмерен сәхнәгә арнаған шәхес Башҡортостандың хореография сәнғәтен үҫтереүә тос өлөш индерә.




