Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 269 кеше дауалана, уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. 71 пациент ауыр хәлдә, 6 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Үткән тәүлектә 490 кешелә инфекция раҫланған, 26 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, сир йоҡтороусылар 118 меңгә етеп килә. Республикала коронавирустан вакцинаның ике өлөшөн яһатыусылар 79 процентҡа яҡынлаша. Бөгөнгә 1 миллион 956 мең самаһы кеше тулыһынса иммунизация үткән. Прививканың беренсе өлөшөн 2 миллион 134 меңгә яҡын кеше алған. 187 меңгә яҡын кеше ревакциналау үткән. Башҡортостанда 13 районда коронавирустан вакцина яһатыу планы үтәлгән. Иң түбән күрһәткестәр Бөрйән, Белорет райондарында, Сибай, Межгорье, Октябрьский ҡалаларында теркәлгән.




