Республикала коронавирустан прививка эшләтеүселәр һаны арта

Башҡортостанда коронавирустан вакцина алыусылар 79 процентҡа яҡынлаша. 13 районда прививкалау планы тулыһынса үтәлгән. Бөгөн был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Вице-премьер - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Республикала коронавирустан прививка эшләтеүселәр һаны арта

Вакциналау буйынса иң түбән күрһәткестәр Сибай, Межгорье, Октябрьский ҡалаларында, Бөрйән һәм Белорет райондарында. Унда халыҡтың 65 проценты ғына прививка эшләткән. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был һан 80 процентҡа етергә тейеш. Башҡортостан Башлығы артта килгән район башлыҡтарына эште әүҙемләштерергә ҡушты. Ошо аҙнала оператив штаб улытыршы үткәрелеүе тураһында хәбәр итте.”Яңы йылға тиклем коронавирусҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерелмәй”, тине Радий Хәбиров.

Республикала коронавирустан прививка эшләтеүселәр һаны арта

Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм баш санитар табип Анна Казакка “омикрон” штаммы таралыуға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты. Үткән тәүлектә Башҡортостанда 490 кешелә коронавирус раҫланған, 26 кеше вафат булған.

Фото №1 - Республикала  коронавирустан прививка эшләтеүселәр һаны  арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ