Өфөлә йәшәүсе ир төтәп ултырған автомобиль эсенән кеше ғүмерен ҡотҡарған

Үтеп кенә китә алмаған. Өфөлә йәшәүсе ир төтәп ултырған автомобиль эсенән кеше ғүмерен ҡотҡарған. Ғәҙәттән тыш хәл үткән шәмбе ВДНХ эргәһендә теркәлә. Айрат Бикбулатов зыян күреүсене машинан сығарып ҡына ҡалмай, иҫен юғалтҡан водителгә беренсе ярҙам күрһәтеп, дауаханаға алып бара. Ҡотҡарыусы менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ҡар ҡаплай башлаған баш кейеме, арҡан һәм янған автомобиль шул көндө хәтерләтә. Был ВДНХ менән «Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексы араһындағы урман, кеше йөрөмәгән урын, тип әйтергә лә мөмкин. Төҙөлөп бөтмәгән бина ғына граффити төшөрөүселәрҙе йәлеп итә. Айрат Бикбулатов ҡатыны менән был юлдан осраҡлы ғына үтеп барғанда төтәп ултырған ВАЗ машинаһына юлыға. 

Үҙебеҙҙең автомобилде алыҫтараҡ ҡалдырҙым, быныһы шартлап ҡуйыр тип ҡурҡтым. Төтәгән машина эргәһенә килеп еткәс, салонда ултырған ирҙе күреп ҡалдым. Автомобиль ишеге бикле ине, шуға тәҙрәһен асырға тура килде.

Айрат Бикбулатов

Аңын юғалтҡан ирҙе машинан сығарған саҡта тәгәрәмәстәрҙе ут ялмап алған була. 99-сы модель автомобиль күҙ алдында тоҡана.

Водителде аңына килтерергә маташыу һөҙөмтә бирмәй. Ашығыс ярҙам хеҙмәтен көтөп ултырмай, Бикбулатовтар зыян күреүсене үҙҙәре дауаханаға алып китә. Ваҡиға тураһында интернет селтәрҙәре аша хәбәр итәләр. Ләкин фото һәм видео аҫтарында насар комментарий ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел.

Машина салоны кешене тигеҙ генә итеп һалыу өсөн бөтөнләй тәғәйенләнмәгән. Автомобилдең киңлеге бер метр 90 сантиметр. Шуға күрә багажникка һалдыҡ. Буйы тура килде.

Айрат Бикбулатов

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль тоҡанып китеүгә сымдарҙың дөрөҫ эшләмәүе сәбәпле. Зыян күреүсе дауханала иҫкә килә.

Әле зыян күреүсенең томошона хәүеф янамай. Бер ниндәй ҙә награда артынан ҡыумайым, бары тик кеше ғүмерен ҡотҡарыу теләге генә этәрҙе, ти Айрат Бикбулатов. Ҡотҡарыусының тап ошо юлдан үтеп, водителде төтөн араһынан сығара алыуы - бәхеткә тиң.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе ир төтәп ултырған автомобиль эсенән кеше ғүмерен ҡотҡарған
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ