Ял үҙәгендә Ҡурай формаһындағы иллюминация булып балҡыған һырғалаҡ, «фонтан» арт-объекты һәм фотозона асылды. Тамыры менән күсерелеп ултыртылған байрам шыршыһы майҙансыҡтың төп биҙәгенә әүерелде. Бынан һуң, йәшел ҡупшыҡай төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарын йыл һайын ҡыуандырасаҡ.
Ҡала стилендәге байрам майҙансығы Шаран районында тәүгә төҙөлә. Ҡаласыҡты асыу тантанаһында ҡатнашыусылар өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән күңелле тамаша, уйын-көлкө һәм йәрминкә ойошторолғайны.







