Ойошмаларҙа вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла башланы

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт был аҙнала предприятиеларҙа вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау буйынса тикшереүҙәр уҙғара. Улар эштән ситләтеләсәк. Был мәсьәлә бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Шулай уҡ балалар баҡсаларында карантинға киткән төркөмдәр артыуы ултырыштың көн тәртибенә сығарылды.

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, транспорт тармағы һәм дөйөм туҡланыу селтәре, сауҙа предприятиеларында 18 декабрҙән вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәр эш урынына үткәрелмәй. 30 декабрҙән был исемлек сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы тармағы предприятиелары иҫәбенә тулыланасаҡ.

Был аҙнала ғына ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте идаралығы 40-лаған рейд үткәрергә ниәтләгән. Талаптарҙы үтәмәүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Республикала 16 мәктәп әле карантинда. 200-гә яҡын белем усағында меңләгән айырым синыфта шулай уҡ  дәрестәр туҡтап торған. Табиптар фекеренсә, балалар араһында киҫкен респиратор вируслы инфекция күренештәре көслө. Киләһе йылдан Рәсәйҙә мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү һәм йыһазландырыу федераль программаһы эш башлай.

2022 йылда республиканан унда  80 дөйөм белем биреү мәктәбе ҡатнаша. План 4 йылға иҫәпләнгән. Әммә барлыҡ муниципаль берәмектәр ҙә ғариза биреп өлгөрмәгән. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы был хәлгә борсолоу белдерҙе.

Фото №1 - Ойошмаларҙа вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ