Уҙған тәүлектә генә хәүефле сирҙең йәнә 490 осрағы раҫланған. Стационарҙарҙа әле 269 пациент дауалана, уларҙың 71 ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 6 кеше. 26 яңы үлем осрағы теркәлгән, пандемия башланған көндән коронавирус ҡорбандарының һаны 4 меңде ашып китте.
Халыҡты вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә прививканы 8 меңдән ашыу кеше эшләткән. Вакциналауҙы миллион 956 мең самаһы замандашыбыҙ тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 79 проценты. Башҡортостанға барлығы 2 миллион 700 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.




