Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса федераль программаға республиканан 365 мәктәп ингән. Киләһе йылда белем усаҡтарында капиталь ремонт башлана. Бынан тыш, уларҙың матди-техник нигеҙе яңыртыла. Башҡортостанда федераль программаға инмәгән мәктәптәр ҙә бар. Был турала бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Радий Хәбиров капиталь ремонт буйынса федераль программаға инмәгән 11 ҡала һәм район хакимиәте башлығынан аңлатма алырға ҡушты.
2022-2023 йылдарҙа мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү өсөн 4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала.




