Республика Башлығы Радий Хәбиров “Романовка” электр подстанцияһы эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Яңы объект баш ҡаланың Дим биҫтәһе сәнәғәт һәм көнкүреш ойошмаларын, Өфө районының Романовка, Ветошников, Мармылев ауылдары һәм Ағиҙел аръяғының буласаҡ торлаҡ йорттарын электр менән тәьмин итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы микрорайонда 2 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә, бында 70 меңдән ашыу кеше йәшәйәсәк. Шуға яңы электр подстанция эшмәкәрлегенә ҙур әһәмиәткә эйә.







