Иглин халҡы Яңы йыл бүләге алды

Көҙәй ауылында моделле китапхана асылды. Быйыл ауыл китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән конкурста еңеү яулаған. Унда заманса йыһаздар – мультимедия панелдәре, компьютер һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары алынған. “Бында интерактив ҡомлоҡ бар. Балаларға тәбиғәтте өйрәнеү, география фәндәренән белем биреү мөмкинлеге артты”, - ти Иглин китапхана селтәре етәксеһе Рәсимә Юнысова.

Иглин халҡы Яңы йыл бүләге алды

“Яңы китапхана яңы башланғыстарға нигеҙ һала. Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү, ололар менән мәҙәни саралар ойоштороу өсөн мөмкинлектәр артты”, - ти Иглин хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова.

Иглин халҡы Яңы йыл бүләге алды

Көҙәй ауылы китап йортон яңыртыу өсөн федераль, республика һәм район ҡаҙнаһынан 7 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.

Фото №1 - Иглин халҡы Яңы йыл бүләге алды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ