Вакцинағыҙ бармы? Башҡортостан ойошмаларында хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү башланды. Уны Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте белгестәре үткәрә. Яңы талап буйынса ойошма етәкселеге прививка яһатмаусыларҙы эштән ситләтергә тейеш. Баш санитар табип Анна Казак:
Мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү тармағы хеҙмәткәрҙәре вакцина алыусылар араһында алдынғылар рәтендә, шулай уҡ дөйөм туҡланыу өлкәһе тикшереүҙәргә әҙер. Был турала Башҡортостан Сауҙа министры Алексей Гусев белдерҙе.
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте ойошмаларҙы яңы йыл байрамдарында ла тикшерә.




