«Транспорт сәғәте»ндә республика юлдарында хәүефһеҙлекте көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды

Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Федераль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау, шулай уҡ төбәк трассаларында хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса фекер алышынды. Атап әйткәндә, 2022 йылда республикала дөйөм оҙонлоғо 11 километрҙан ашыу юл участкаларын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

 Тағы ла 158 километр арауыҡта юл ҡатламы яңыртыласаҡ. Бынан тыш, трассаларҙың 113 километрында электр яҡтыртыу системаһы монтажлана. Шулай уҡ алдағы йылдың 1 мартына тиклем төбәктә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе 800 комплекс ҡуйыу ҡарала. Уларҙың 200-ө быйылғы йыл аҙағына тиклем эшләй башлай.

Фото №1 - «Транспорт сәғәте»ндә республика юлдарында хәүефһеҙлекте көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ