Уҙған тәүлектә йәнә 484 яңы осраҡ раҫланды. Әле стационарҙарҙа 262 пациент дауалана, уларҙың 94-е ауыр хәлдә. 6 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. 21 үлем осрағы теркәлгән.
Халыҡты вакциналау дауам итә. Һуңғы тәүлектә прививканы 21 180 кеше эшләткән. 1 968 444 кеше вакцинаның ике компонентын да алған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 79 проценты. Башҡортостанға барлығы 2 миллион 700 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.




