Табиптарға – сәскә гөлләмәһе. Яңы йыл байрамдары алдынан Республика йоғошло клиник дауаханаһы табиптарына сәскә бүләк иттеләр. Баш ҡала хакимиәте тәҡдиме менән ойошторолған акция сиктәрендә төбәктең ковид-госпиталдәрендә эшләүсе белгестәр ҙә ҡотлау ҡабул итәсәк.
Коронавирус инфекцияһы менән бәйле көсөргәнешле эш режимына күскән табиптарҙы дәртләндереү маҡсатында йоғошло сирҙәр дауаханаһына 200 сәскә гөлләмәһе килтерелде.
Флорида Ким




