Сара «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» балалар фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Башҡортостанда 9 йыл рәттән уҙғарылған фестиваль сәләмәтлек сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә.
Форумда инвалидтар өсөн ҡулайламалар күргәҙмәһе уҙҙы. Күргәҙмәгә килеүселәргә заманса техник ҡорамалдарҙы ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм консультациялар уҙғарылды.
Гөлдәриә Йосопова







