Шаран эшҡыуары Нурия Ихсанова Мәскәүҙә «Перспектива» төбәк үҫеше алтын фондының «Йыл кешеһе-2021» премияһы лауреаты исемен яулаған. Нурия Ихсанова дүрт бала әсәһе, 10 йылдан ашыү үҙе нигеҙ һалған шәхси предприятиеға етәкселек итә.
64 кеше эшләгән предприятие икмәк, кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар һәм турамалар эшләүҙә махсуслаша. Уның үҙенең фирма кибете лә бар, продукция 8 махсус машинала ташыла. Билдәләнеүенсә, Нурия Ихсанова район иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Гөлдәриә Йосопова







