Кушнаренко районы ауыл хужалығы колледжында «Вордскилс» милли чемпионаты талаптарына ярашлы оҫтахана асылды. «Ветеринария» йүнәлешендә белем үҙләштерергә булышлыҡ иткән ҡоролмалар ярҙамында йәштәр хайуандарҙың сирҙәрен асыҡлап, уларҙы дауалау өҫтөндә эшләй.
Уҡыу йортонда ойошторолған байрамда буласаҡ белгестәр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. «Ветеринария» курсы буйынса колледжда әле 92 студент белем ала. Заманса ҡорамалдар уҡыу программаһының практик өлөшөн үҙләштереүҙе еңелләштереп, эш шарттары менән танышырға булышлыҡ итә.
Флорида Ким




