Улар альтернатив форматта ойошторола. “Бүләктәр бер көндә тапшырыла. Боҙ ҡаласыҡтары майҙансыҡтарында әкиәт геройҙары ҡатнашлығында тамашалар күрһәтелә, бүләктәр таратыла. Әгәр бала байрамға килмәһә, бүләкте өйөнә илтеп бирәләр”,- тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында 29 декабргә тиклем Яңы йыл байрамдары уҙғарыла, уларҙа 198 мең самаһы бала ҡатнаша. Сараларҙы ойошторғанда санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ.








