Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Һаулыҡ һаҡлау министры халыҡҡа оҙайлы ял ваҡытында сәләмәтлекте хәстәрләргә саҡырҙы. Яңы йыл каникулы осоронда коронавирус йоҡтормаҫ өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Оператив штаб мәғлүмәте буйынса, республикала 1 миллион 968 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.




