Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 2 мең 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт эшкәрткән. Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк коронавирустан вакцинациялау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Юлдар, социаль хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле көнүҙәк проблемаларға бәйле һорауҙар ҙа күп кенә.







