Һуңғы тәүлектә 456 кешелә вирус табылған. Әле стационарҙа 254 пациент дауалана, уларҙың 94-е ауыр хәлдә, 6 кеше яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Һаулыҡ һаҡлау министлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлек эсендә коронавирустан 25 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, “ковид-19” инфекцияһынан 4 меңдән ашыу кеше үлгән. Вакциналау статистикаһы. Һуңғы тәүлектә 16 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар әкренләп 2 миллионға яҡынлаша. Был прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 79 проценты. Башҡортостанға 2 миллион 700 мең дананан ашыу вакцина килтерелгән.




