Унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бүлектәр бар. “Ауыл халҡы оло ҡыуаныс кисерә. Һаулығыбыҙҙы хәстәрләр урын яңырҙы”, - ти Иҫке Ҡуян ауылынан Зәйтүнә Нуриманшина.
Быға тиклем ауыл халҡы иҫке һәм һыуыҡ бинала дауаланған. “Был беҙҙең ауыл өсөн йыл ваҡиғаһы”, - ти Иҫке Ҡуян ауылы фельдшеры Рита Насипова.
Баҡалы районында Ноғайбәк менән Үмәр ауылдарында ла фельдшер-акушер пункттары асылды. Улар "Сәләмәтлек" милли проекты буйынса сафҡа индерелгән.




