Янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары сираттағы тапҡыр иҫкәртеү уҡыуҙары ойошторҙо

Был юлы ул Өфөнөң Дим биҫтәһендәге шәхси йорттарҙа үтте. Белгестәр мейес һәм электр ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшерҙе. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡолаҡты ни тиклем ярып алып барһа ла, ул кешене ҡайһы саҡта бәләнән аралау көсөнә лә эйә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролманы бушлай һуғыш осоро балалрына тапшырҙы.

Белгестәр шулай уҡ йорт һәм мунса мейестәрен дә иғтибарға алды. Бәләкәй генә етешһеҙлек ут сығыуға килтереүе ихтимал, ти инспекторҙар. Шуға ла тәү сиратта пенсия йәшендәгеләр, ветеран, инвалид, күп бала тәрбиәләгән һәм социаль ғаиләләр тикшерелә.

Мичурин исемендәге баҡсасылар ширҡәтендә иҫкәртеү саралары тәүгә ойошторолмай. Белгестәр бында йылына бер-нисә тапҡыр килеп урай. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта инспекторҙар ҡулланыусыларға аңлатыу эштәрен алып бара. Икенсе килгәндә эштең үтәлеше тикшерелә. Йыл башынан алып инспекторҙар Дим биҫтәһендә генә ике меңдән ашыу йортта булған.

Яңы йыл яҡынлашыуға бәйле, республикала профилактик саралар дауам итә. Инспекторҙар тап ошо осорҙо иң хәүефлеһе тип билдәләй. Ошоға бәйле оператив хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләй. Шулай ҙа белгестәр халыҡты уяу булырға, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле барлыҡ сараларҙы ла теүәл үтәргә саҡыра.

Фото №1 - Янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары сираттағы тапҡыр иҫкәртеү уҡыуҙары ойошторҙо

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ