Киләһе йыл уңышына бөгөн нигеҙ һалына

Республикала ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү башланды. Трактор һәм сәскестәрҙе ремонтлау барышы менән беҙҙең хәбәрселәр «Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалында яҡындан танышты.

Мотор цехына күсерелгәнсе, ремонт талап ителгән тракторҙар йыуып таҙартыла. Һуңынан рамына тиклем һүтелә. Цехта Әлшәй, Көйөргәҙе, Бишбүләк һәм башҡа райондарҙан килтерелгән тракторҙар йүнәтелә. Күп тракторҙарҙы һүтеп тулыһынса йыйыу яңыһын һатып алыуҙан да отошлораҡ, сөнки арзаныраҡ, ти хеҙмәткәрҙәр. Цехта эшләүселәр араһында Наил Ниғмәтуллин дә бар. Ул ремонт эшенә 15 йыл ғүмерен арнаған.

Предприятиеның мотор цехында сәскестәр, трактор двигателдәре һәм тиҙлекте күсереү ҡоролмалары ремонтлана. Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәр 30 берәмектән ашыу деталде йүнәтеү менән мәшғүл.

Йүнәтелгән агросәнәғәт йыһаздары артабан цехҡа оҙатыла. Бында уларҙың сифаты тикшерелә.

«Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалы республикала тулы техника ремонтлау хеҙмәттәре тәҡдим итеүсе берҙән-бер ойошма һанала. Ул «К -700», «Т-150», «МТЗ» тракторҙарын, ашлыҡ комбайндары һәм йөк машиналарын йүнәтеү менән шөғөлләнә.

Әлеге ваҡытта «Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалында 57 хеҙмәткәр эшләй. 2021 йылда ғына бында 170 берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы ремонтлаған. Ойошмала ауыл хужалығы техникаларын ремонтлау буйынса эш күләме 2022 йылдың мартына тиклем ҡаралған.

Фото №1 - Киләһе йыл уңышына бөгөн нигеҙ һалына

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ