«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге»нең Өфө лабораторияһында ауыл хужалығы сәнәғәтендә файҙаланыу маҡсатында иңкештәр үрсетелә.
Әлеге ваҡытта ике лаборатория эшләй. Уларҙа ай һайын 300-гә яҡын иңкеш сығарыла. Климатик камерала улар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған: йылы температура, дым булдырылған, һауа ла даими елләтелә.
Иңкештәр теплица һәм асыҡ тупраҡ шарттарында үҫемлектәрҙе һеркәләндереүгә булышлыҡ итәсәк. Туймазы һәм тағы бер нисә район тәбиғәт «ярҙамсылар»ы менән әле үк ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде.




