«Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә ул балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә балалар теләктәре яҙылған яңы йыл ағасы ҡуйылды. Төбәк етәксеһе йәшел ҡупшыҡайҙан дүрт уйынсыҡты алды. Хаттарҙың береһен Ейәнсура районынан Элина Ямағолова яҙған булған.
11 йәшлек ҡыҙ Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алғыһы килә. Ҡалған теләктәргә килгәндә, Шишмә районынан Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер, Данил Ларуков поезд машинисы булырға хыяллана. Республика башлығы балалаларҙың бар теләктәре лә тормошҡа ашасағын белдерҙе һәм партия ағзаларын байрам акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Радий Хәбиров шулай уҡ музей эшмәкәрлеге менән танышты. Ул өс аҙна элек сәйәси партияның 20 йыллығы уңайынан асылды. Стендтарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе тарихы һәм уның проектары тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Музей экспонаттары менән һәр кем таныша ала.
Илдар Байбулатов





