Был турала күләмле юбилей сараларына әҙерлек мәсьәләләренә арналған сираттағы кәңәшмәлә билдәләнде. Башҡортостан башлығының ҡала мөхите һәм йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова әйтеүенсә, Өфөнөң тарихи үҙәгенән тыш Дим биҫтәһендәге «Үҙәк парк», Орджоникидзе районында Нефтехимиктар паркы һәм Инорс биҫтәһендәге Теплое күле тирәһен төҙөкләндереү проекттары әҙерләнгән.
План буйынса улар баш ҡаланың йөҙөк ҡашына әйләнергә тейеш. Бер нисә объектта эштәр аҙағына яҡынлаша. Мәҫәлән, Дан бульварындағы сквер «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.
Республика адреслы инвестиция программаһы, шулай уҡ ҡала бюджеты һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланған объекттар ҙа бар. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, был парк һәм скверҙар тәү сиратта ҡала халҡы өсөн төҙөлә, шуға ла улар йорттары янындағы объекттар тураһында белергә тейеш.
Проекттар буйынса мотлаҡ рәүештә йәмәғәт тыңлауҙары үткәрергә һәм халыҡ менән фекер алышырға кәрәк тип белдерҙе Радий Хәбиров ултырышта.
Рафиҡ Әхмәтшин




