Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөлөп бөтмәгән

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында республиканың Төҙөлөш министрлығы һәм капиталь төҙөлөш идаралығы чиновниктарының эшен тәнҡитләне.

Асыҡланыуынса, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта мәктәптәр һәм дауаханалар билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлөп бөтмәгән. Мәсәғүттә ваҡытында башҡарыу мөмкин булмаған проект эшләнгән. Андрей Назаров ғәйепле чиновниктарға көн аҙағына тиклем үҙ теләге буйынса ғариза яҙырға ҡушты.

Фото №1 - Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәсәғүттә һәм Баймаҡта мәктәптәр һәм дауаханалар төҙөлөп бөтмәгән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ