Быйыл был исемгә республикала эшләп килгән иллегә яҡын предприятие етәксеһе лайыҡ булды. Улар араһында ҙур ойошмалар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр, шәхси эшҡыуарҙар бар.
Конкурс ун номинация буйынса ойошторолған. Ауыл һәм урман хужалығы, балыҡсылыҡ, ҡаҙылма байлыҡтар табыу, эшкәртеүсе производство, электр энергияһы, газ менән тәьмин итеү, төҙөлөш, сауҙа, транспорт, фәнни эшмәкәрлек һәм башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтеү.
Конкурста төбәктә ике йылдан ашыу эш алып барған һәм һалымдарын ваҡытында түләгән ойошмалар ҡатнаша. Мәҫәлән, 2006 йылда эш башлаған Ғилмановтар эшмәкәрлеген киңәйтеп, өс супермаркет асҡан. Ғаилә Әбйәлил районы халҡын сифатлы ярымфабрикаттар менән тәьмин итә.
Рәмилә Исмәғилева




