Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны әкренләп 119 меңгә яҡынлай

Һуңғы тәүлектә йәнә 456 осраҡ раҫланды. Стационарҙараҙа әле 254 пациент дауалана, уларҙың 94-е ауыр хәлдә, 6 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Һаулыҡ һаҡлау министлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса һуңғы тәүлектә коронавирустан 25 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән ковид 4 меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡыйған.

Хәүефле сиргә ҡарата коллектив иммунитет булдырыу саралары ла тынмай. Һуңғы тәүлектә прививканы 16 меңдән ашыу кеше ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар әкренләп 2 миллионға яҡынлай. Был прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡынса 79 проценты. Башҡортостанға 2 миллион 700 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны әкренләп 119 меңгә яҡынлай

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ