Медицина университеты клиникаһында инсульт үткәргән пациенттың йөрәгенә ҡатмарлы операция яһалды

Табиптар ауырыуҙың йөрәгендәге бушлыҡҡа окклюдор ҡуйып уны хәүефле сирҙән һаҡлап ҡалды. Аҙ инвазив ысул менән эшләнгән әмәлиәт БДМУ клиникаһында йылына 10 пациентҡа ғына яһала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Операция өҫтәленә эләккән 46 йәшлек ир күптән түгел инсульт кисергән. Хәүефле диагноздан һуң уның йөрәге менән бәйле ҡатмарлыҡтар башланған. Пациенттың ҡан-тамырҙарында төйөрҙәр барлыҡҡа килеүе хәүефе янай. Инсульттың яңынан ҡабатланыуын кисектереү өсөн пациентҡа Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында операция яһалды.

Ҡатмарлы операцияны бер нисә табип башҡарҙы. Уларҙың бер төркөмө хирургия өлөшөнә яуаплы булһа, икенселәре экрандар аша әмәләит барышын күҙәтеп пациенттың хәлен контролдә тота.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү хәйерле. Табиптар әйтеүенсә, йөрәктең сирҙәрен дауаламайынса һуңғы минуттарға тиклем иңҡар иткәндә операция ғүмерҙе һаҡлау өсөн берҙән-бер сара булып тора.

Владимир Ишмәтов, БДМУ клиникаһының йөрәк-ҡан тамырҙары һәм рентген хирургияһы бүлеге мөдире

Йөрәктәге бушлыҡты окклюдор менән ҡаплап беҙ пациентҡа яңынан ғүмер бүләк иттек тип әйтергә мөмкин. Заманса окклюдор Рәсәйҙә етештерелә башлауы ла ҡыуаныслы, быға тиклем әмәлиәтте сит ил ҡоролмалары менән генә үтәй мөмкин ине.

Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү буйынса төбәк программаһы ғәмәлғә ашырыла. Уға ярашлы, дауаханаларҙа уңайлы мөхит булдырыу, кардиология бүлектәрен яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу, табиптарҙың белемен камиллаштырыу һәм пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек һорауҙарға иғтибар арта.

Фото №1 - Медицина университеты клиникаһында инсульт үткәргән пациенттың йөрәгенә ҡатмарлы операция яһалды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ