Әкиәт йәнләнгәндә. Республика район ҡалаларында Яңы йылға әҙерлек тамамлана. Үҙәк майҙандарҙа байрам шыршылары ҡуйыла. Боҙ ҡаласыҡтары асыла. Өфөлә генә уларҙың һаны 20-гә яҡын. Баймаҡ ҡалаһында ла байрам шыршыһы уттары ҡабынды. Быйыл төп байрам боҙ майҙансығы Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында асылды.
Ҡупшы шыршы,йыл символы юлбарыҫ һәм башҡа боҙ һындары, хоккей майҙансығы менән һырғалаҡтар барыһына ла яңы йыл кәйефе бүләк итә. Ял һәм мәҙәниәт паркында оҙайлы каникулдар мәлендә һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба.
Йылдағыса, яңы йыл байрамы алдынан иң яҡшы Ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы билдәләнеләр. Конкурста ҡаланың алты коллективы тамаша ҡылыусылар менән уйын-көлкө ойошторҙо. Әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары кескәйҙәрҙең күңелен күрҙе.
Ҡалала бынан тыш, тағы ла ете урында боҙ майҙансыҡтары булдырылды. Уларҙың береһендә вандализм осрағы теркәлде лә инде, кеше хеҙмәтен хөрмәт итеү, уны ватып-боҙоуға юл ҡуймау байрам кәйефен оҙаҡ көндәргә һаҡлауҙың бер юлы икәнен ҡала халҡы онотмаһын ине.
Раушания Рәхимова







