Хәйриә сараһы етенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйылғыһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Киров районы ветерандар советы менән берлектә ойошторола.
Акция барышында тәм-том, бал, уйынсыҡтар, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу кейемдәре, канцелярия тауарҙары, спорт кәрәк-яраҡтары һәм кейемдәр йыйыла. Гуманитар ярҙам Луганскиға иртәгә оҙатыла.
Рафиҡ Әхмәтшин







