Иглин районының Оло Тәләк ауылында ҡышҡы һабантуй уҙҙы

Был сара төбәктә тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм «Айыҡ ауыл» девизы аҫтында үтә. Ҡышҡы һабантуй ойоштороу шарттары буйынса яҙғыларынан артыҡ айырылмай. Тик конкурс-ярыштар был юлы хәтфә үләндә түгел, ҡар өҫтөндә бара.

Ҡышҡы һабантуйҙың үҙенә генә хас нескәлектәре лә бар. Сана биҙәү буйынса ярышында беренсе урынға Көҙәй ауылы командаһы лайыҡ булды. Фермер Хәсән Иҙиәтуллин еңеүселәргә бүләккә мал һәм ҡош-ҡорт тапшырҙы.

Фото №1 - Иглин районының Оло Тәләк ауылында ҡышҡы һабантуй уҙҙы

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ