Ярышта республиканың төрлө төбәктәренән 2008-2010 йылғы уҡыусылар ҡатнашты. Бәйгене асыу тантанаһына Октябрьскийҙа тыуған самбо донъяһы легендаһы Тимур Ғәлләмов саҡырылды. Ул спорттың был төрө йәш быуында көслө рух тәрбиәләүе, тырышлыҡ һәм көндәлек күнекмәләрҙең маҡсатҡа юл ярыуы тураһында һөйләне.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында төп кубокты Әбйәлил балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яуланы. Ҡалған ике призлы урындарҙы Белорет һәм Дәүләкән ҡалалаларының спорт мәктәптәре бүлеште. Еңеүселәр мартта Белоретта уҙасаҡ самбо буйынса Башҡортостан беренселегендә сығыш яһаясаҡ. Чемпиондар артабан республика данын Волга буйы федераль округында яҡлай.
Илдар Байбулатов




