Республикала полилингваль мәктәптәр төҙөлә

 Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 2024 йылға ошондай 10 гимназия асыу маҡсаты ҡуйыла. Улар ябай мәктәптәргә әүерелмәҫкә тейеш. Бындай уҡыу йорттарында иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә, иң яҡшы алымдар ҡулланыла, тине Радий Хәбиров.

Республикала полилингваль мәктәптәр төҙөлә

 Күптән түгел Нефтекамала татар полилингваль гимназияһы асылды. Мишкә районында мари гимназияһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡортостанда сыуаш гимназияһы асыла, әле уның урыны һайлана.

Фото №1 - Республикала полилингваль мәктәптәр төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ