“Бергә бәхетлебеҙ!”. Өфөлә ошондай фото күргәҙмә асылды. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған. Экспозиция социаль проекттың финал өлөшө. Унда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар ҡатнашты. Шулай уҡ спортсылар, сәйәсмәндәр һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡушылды. Балалар улар менән иҫтәлеккә фоторәсемгә төштө. “Беҙ бәләкәй граждандарҙы мәрхәмәтле, изге күңелле булырға өйрәтәбеҙ, ти проект етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.







