Балалар, мин һеҙҙе яратам! Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева һәр сығышын ошо һүҙҙәр менән башлар булған. Бөгөн йәмәғәтселек уны хәтергә ала. Баш ҡалала ижадсы йәшәгән йортона иҫтәлекле таҡтаташ беркетелә. “Ул халҡыбыҙҙы Аҡбуҙатлы итте”, - ти “Аҡбуҙат” журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Факиһа Туғыҙбаева 30-ға яҡын йыйынтыҡ авторы. Ул шулай уҡ балалар шағирәһе булараҡ танылыу яуланы. Әҫәрҙәре мәктәп дәреслектәренә индерелгән. Рус, татар һәм төрки телдәргә тәржемә ителгән.







