13 районда коллектив иммунитет булдырыу тулыһынса башҡарылған. Улар араһында Шишмә, Саҡмағош, Әлшәй, Кушнаренко райондары бар. “Күп ауырыуҙарҙы прививка ярҙамында еңгәндәр. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарҙы һаҡлау өсөн вакцина эшләттек”, - ти Саҡмағош ауылында йәшәүсе Мәликә Мусина һәм Тимербулат Миһранов.
Вакцина яһатыуға дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылырға була. Күптәр йәшәгән урындары буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала бөтә төр прививкаларҙы ла эшләтергә мөмкин.




