Бөгөн Бөрө ҡалаһында Ағиҙел боҙо аша машиналарға хәрәкәт рөхсәт ителде. Боҙҙоң ҡалынлығы 30 сантиметр, был урындан ауырлығы өс тоннанан артмаған автомобилдәр йөрөй ала. Күптән түгел Ҡариҙел районында Өфө йылғаһында боҙ күпере асылды. Башҡортостанда шулай уҡ Краснокама районында Ағиҙел һәм Кама йылғалары аша боҙҙан үтеү мөмкинлеге булдырыла.







