Киләсәк быуын уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?

Был һорау «Торатау» конгресс-холында асылған семинар-кәңәшмәлә тикшерелә. Быйыл Владимир Путин башланғысы менән педагогика йүнәлештә эшләгән юғары уҡыу йорттарына капиталь ремонт үткәреү, уларҙы техник йәһәттән йыһазландырыу өсөн 5 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Бер үк ваҡытта Рәсәй Мәғариф министрлығына педагогтарҙы әҙерләү сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның сиктәрендә педагогик ВУЗ-дарҙа универсаль педагогик компетенцияларҙың факультет-ара технопарктары ойошторолған.

Яңы мөхиттә инновациялы проекттарҙы булдырыу, уҡытыусылар, студенттар һәм уҡыусыларҙың хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү буйынса бөгөн ҙур эш тәр башҡарыла. Видеоконференция реждимында барған һөйләшеүгә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Ул төбәктең юғары квалификациялы педагогтарға ихтыяжы ҙур булыуын билдәләне.

Фото №1 - Киләсәк быуын уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ