Иғтибар, балалар! Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа профилактик эш алып бара.
Өфөнөң 234-се балалар баҡсаһында кескәйҙәргә өҫтө яҡтыртыусы элементтар, ә ата-әсәләргә иҫкәрмәләр таратылды. Профилактик акция юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн ойошторола.
Махсус таҫмалар водителгә ҡараңғыла йәйәүлене күреү, юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртеү мөмкинлеге бирә. Профилактик эш мәктәп уҡыусылары өсөн дә уҙғарыла. Бынан тыш, баш ҡалала «автокресло» операцияһы бара. Уның барышында инспекторҙар балаларҙы махсус креслола йөрөтөү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Әлфинә Килдейәрова







