Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның исеме әҙибә оҙаҡ йылдар йәшәгән Революция урамындағы йортта мәңгеләштерелде.
Иҫкә алыу сараһына уның яҡындары, хеҙмәттәштәре, ҡәләмдәштәре йыйылды. Шағирә 2021 йылдың 20 мартында ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды. Факиһа Туғыҙбаева оҙаҡ йылдар дауамында «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була, «Йөрәк һүҙе» проектында «Иң яҡшы автор» тип билдәләнде.
Флорида Ким




