«Орлан» сираттағы хәйриә маршрутына сыҡты

Был юлы баш ҡаланың балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр мөғжизәле сәйәхәткә юлланды. Яңы йыл уйындары, ҡарлы шоу, бүләктәр һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу. «Поляр экспресс» маршрутында БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты. БЮТ кканалы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Өфөнөң тимер юлы вокзалы бер көнгә әкиәти донъяға әйләнде. Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары йөҙҙән ашыу бала менән «Поляр экспресс», йәки Өфө-Ҡарламан-Өфө маршруты буйынса сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән «Орлан» поезына инер өсөн билет менән яҡшы кәйеф кенә кәрәк.

Кескәй пассажирҙар поезда тәүгә сәйәхәт итмәй. Ләкин быныһы башҡаларынан һис шикһеҙ айырылып тора. Әкиәт персонаждары юл дауамында яңы йыл кәйефе өҫтәп төрлө уйындар үткәрҙе. Ә йыр-бейеү һәм көтөлмәгән бүләктәр мөғжизә барлығына инандырҙы. Шулай уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға күңелле минуттар бүләк итте.

Икешәр персонажға бүленеп, алмашлап вагондар буйлап йөрөйбеҙ Поезда нисә йәштәге балалар булыуын беҙгә алдан әйтәләр. Ғәҙәттә, өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр сәфәргә алынмай. Малай-ҡыҙҙарҙың йәшенә ҡарап уйындар программаһын төҙөйбөҙ. Хатта өлкәндәр ҙә килә. Барыһына ла ҡыҙыҡлы.

Анатолий Самков, «Пингвин» аниматорҙар студияһы етәксеһе

«Орлан» поезында тылсымлы сәйәхәт икенсе тапҡыр ойошторла. Хәйриә акцияһы опекун ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар, ауыр тормош хәлендә ҡалҡан бәлиғ булмаған үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Сараны республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән Куйбышев тимер юлы һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» ойоштора. Сәфәрҙе полиция, транспорт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.

Сәфәрҙәр ойоштороу өсөн беҙгә «Орлан» инновацион рельс автобусы бирелде. Ул бар талаптарға ла яуап бирә. Йыл аҙағына тиклем тағы бер нисә сәйәхәт үткәреү күҙаллана. 2022 йылда ла туристик маршруттарҙы үҫтерергә планлаштырабыҙ.)

Олег Черноокий, “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» генераль директорының беренсе урынбаҫары

Яңы йыл адынан түҙемһеҙләнеп мөғжизә көткән балаларға үҙенсәлекле сәйәхәт шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәне.

Киләсәктә лә «Орлан» поезы мөғжизәле сәйәхәттәрен дауам итәсәк. “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» ҡыҙыҡлы программаны Башҡортостанда ғына түгел башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырасаҡ. Атап әйткәндә, Ульяновск, Пенза өлкәләре һәм Мордовия Республикаһының кескәй пассажирҙары өсөн экскурсиялар үткәреү күҙаллана.

Фото №1 - «Орлан» сираттағы хәйриә маршрутына сыҡты
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ