Ағиҙел ярында ойошторолған байрамда баш ҡаланың һәр районы учреждениеларынан әкиәти персонаждар ҡатнашты. Йөҙәрләгән Ҡыш бабай баш ҡала ҡунаҡтарын сәләмләп байрам программаһы менән сығыш яһаны.
Йыр-моң, уйындарға бай тамашала ҡатнашыусы балаларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр таратылды.
Флорида Ким







