Уҡыусылар араһындағы был ярыш быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола һәм фән һәм технологиялар йылына арналған.
Робототехника буйынса чемпионатта төрлө төбәктәрҙән 5 тиҫтәнән ашыу команда ҡатнаша. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып ярыш онлайн форматта бара. Уҡыусылар өсөн ике йүнәлеш билдәләнгән, ижади категория һәм йөк ташыу. Йәғни улар йыйған роботтар төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға йәки ниндәйҙер эште башҡара алырға тейеш. Мәҫәлән, кубиктарҙы бер урындан икенсе урынға күсереп һалыу.
Ҡатнашыусылар был һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп сыҡты. Чемпионат дистанцион рәүештә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар юғары кимәлен иҫбатланы. Еңеүселәргә дипломдар, бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Рәмзиә Кәримова




