«Салауат Юлаев» клубы Мәскәүҙең «Спартагы»нан 3:2 иҫәбе менән еңелде

Иҫәпте боҙ хужалары асты, юлаевсыларҙан Теему Хартикайнен икенсе осор аҙағында ғына ҡаршы ҡапҡаға шайба индерә алды. Өсөнсө осорҙа кҫомандалар бер-бер артлы голдар менән алышты.

«Спартак»тан шайбаны Якуб ЕржАбек, «Салауат» Юлаев»тан Родион Әмиров индерҙе. Еңеүсе төп ваҡыт һәм овертаймда ла билдәләнмәне. Еңеү буллиты «Спартак» уйынсыһы Максима Цыплаков иҫәбенә яҙылды. 25 декабрҙә яҡташтарыбыҙ үҙ боҙонда Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһы менән осраша.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубы Мәскәүҙең «Спартагы»нан 3:2 иҫәбе менән еңелде

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ